«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талбазыла көслө ел мәктәп ҡыйығын алып бәргән



05.06.2019 Талбазыла көслө ел мәктәп ҡыйығын алып бәргән

Бөгөн бар республикала көслө ел иҫә. Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла ғәрәсәт 1-се лицей бинаһы ҡыйығын алып ташлаған. Башланғыс кластар бинаһында был мәлдә йәйге лагерҙа ял иткән 225 уҡыусы һәм 30 хеҙмәткәр булған. Уларҙы хәүефһеҙ урынға күсергәндәр.

Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар, табиптар, хоҡуҡ һаҡлаусылар килгән. Ел 120 квадрат метр майҙанда профилле ҡалай ҡыйыҡҡа зыян килтергән. Ремонт мәлендә йәйге лагерға йөрөүселәр балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенә күсереләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға