«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 20 миллион урлағандар



05.06.2019 20 миллион урлағандар


Байый алмағас, банктарҙы таларға йәки байҙарға бурға төшөргә генә ҡала инде.
Осраҡлыҡмы , әллә алдан уйланылған эшме, бурҙар Өфө янындағы Зубово ҡасабаһындағы бер йорттан ҡиммәтле ювелир биҙәүестәр һәм сейфтан 20 миллион һум аҡса урлаған. Хужабикә әйтеүенсә, ул яңлыш йортоноң ишеген бикләргә онотҡан. Нимәһе ҡыҙыҡ : элиталы йорт видеокамералар менән йыһазландырылған булыуына ҡарамаҫтан, енәйәтселәр видеокамераға эләкмәгән.
Әле полиция бурҙарҙы эҙләй.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға