«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Урал аръяғы - 2019" инвестициялар һабантуйына рәхим итегеҙ!



05.06.2019 "Урал аръяғы - 2019" инвестициялар һабантуйына рәхим итегеҙ!

21-22 июндә Сибай ҡалаһында тәүгә "Урал аръяғы - 2019" инвестициялар һабантуйы үтәсәк. Ул бөтә Рәсәй кимәлендә уҙасаҡ, унда рекордлы күләмдә кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә.

Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Стратегик инициативалар агентлығы, "Эшлекле Рәсәй", БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм әйҙәүсе биснес ойошмалары үткәрә. Һабантуйға 500-гә яҡын федераль һәм төбәк дәүләт ойошмалары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы, инвесторҙары, эксперттары һәм йәмәғәтселәре киләбеҙ тигән. Улар профилле секцияларҙа, "Innoregion: барыһы ла эшләргә теләгән биләмәләр" планер ултырышында ҡатнашасаҡ. Темалары: инвестициялар, уларҙы нисек йәлеп итеү, Рәсәй төбәктәрендә бизнесҡа ҡулайлы шарттар булдырыу, экология, туризм үҫтереү, транспорт, уңайлы ҡала мөхите булдырыу.

Ҡунаҡтар Башҡортостандың инвестициялар мөмкинлеген күрһәткән күргәҙмә менән дә танышасаҡ. Аҙаҡтан уларға Әбйәлил районы һабантуйын күрһәтәсәктәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға