«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нимә?! Һыуыта-а?!



03.06.2019 Нимә?! Һыуыта-а?!

Беҙ бында һыу инеү миҙгелен астыҡ, ә синоптиктар йәнә һалҡын фаразлай. Етмәһә, ҡырау төшә, ти.

Июндең тәүге ун көнөндә ҡырау бер нисә тапҡыр буласаҡ икән. Төндә -2 градусҡаса һалҡынайтыуы ихтимал. Көндөҙ 16 - 18 градус йылы булыр, моғайын. Был уртаса күрһәткес. Ҡайҙалыр +20, ҡайҙалыр +15 градус, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Был аҙнала ямғырҙар арыу ғына яуып алыр. Уныһы ла урыны менән.

Синоптиктар, көн торошо тотороҡһоҙ булыр, тип юрай. Ҡойма ямғыры ла, дауылы ла, йәшене лә була, тимәк. Артабан көндәр эҫетәсәк.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға