«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин "Социаль навигатор" проектын хупланы



03.06.2019 Владимир Путин "Социаль навигатор" проектын хупланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бала хоҡуҡтары буйынса Президент ҡарамағындағы вәкил Анна Кузнецова менән осрашты.

Балалар омбудсмены, йыллыҡ доклад менән сығыш яһаны. Етем балалар, ғаиләләргә социаль ярҙамды камиллаштырыу, күп балалыларға ярҙам кеүек етди мәсьәләләр айырым ҡаралды.

Имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балаларҙың хәле бигерәк тә уйға һала. Был йәһәттән Анна Кузнецова, ниңә ғаиләләр шундай ауыр хәлгә ҡала, ни өсөн урындағы етәкселек был турала белмәй йә белергә теләмәй, ниңә ғаиләләр ҡайҙан ярҙам һорарға мәғлүмәт таба алмай, тигән һорауҙарҙы ҡуйҙы. Үкенескә күрә, бөгөн ғаиләләрҙе, ғөмүмән, кешеләрҙе ауыр хәлгә ҡалдырыусы проблемалар етерлек.

Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшләгән вәкил Владимир Путинға бик әһәмиәтле проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ул проект "Социаль навигатор" тип атала.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәләрендә ғаиләләргә даими иғтибар бүлә. Шулай уҡ кешегә социаль ярҙамды мөмкин тиклем яҡынайтырға, тигән бурыс та ҡуйғайны. Ярҙамға мохтаждар оҙон сиратлы бюрократик кәртәләрҙе үтергә тейеш түгел.

Анна Кузнецова әйтеүенсә, "Социаль навигатор" берҙәм телефонлы норматив базанан ғибәрәт буласаҡ. Бөтә үтенес һәм мөрәжәғәт бер урынға тупланып, артабан махсус өйрәтелгән координаторҙар аша яуаплы ведомстволарға ебәрелә. Бында иң тәүге бурыс - халыҡҡа пособиелар һәм льготалар тураһында мәғлүмәт биреү.

Балалар омбудсмены Президенттан быйыл 10 төбәктә пилот проектын ғәмәлгә ашыра башлауҙы һораны. Бер төбәктә эшләп ҡарағандар, һөҙөмтә бар. Кешеләр менән бәйләнеш булдырылған.
Владимир Путин ризалығын бирҙе. Тимәк, артабан, ысынлап та, кәрәк ваҡытта кәрәк ерҙән ярҙам һорау өсөн кәртәләр яйлап емерелә шикелле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға