«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ураҙа байрамы"на рәхим итегеҙ!



03.06.2019 "Ураҙа байрамы"на рәхим итегеҙ!

Былау ашарға яратаһығыҙ икән, рәхим итегеҙ Өфөгә: 4 июнь республика "Ураҙа байрамы"нда Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарҙы тәмле ризыҡ менән һыйлаясаҡтар.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 4 июндә "Ватан" этнопаркында сәғәт 12-лә байрам концерты башланасаҡ, хәләл-йәрминкә ойошторола, приздар уйнатыласаҡ, теләгән һәр кемде былау менән дә һыйлаясаҡтар.


"Башҡортостан" сауҙа үҙәгенең майҙансығында иһә сәғәт 11-ҙә балалар өсөн "Ураҙа байрамы" башлана. Уйындар, викториналар, конкурстарҙан тыш, бында ла былау (хатта татлыһын да!) тәҡдим итәсәктәр. Ойоштороусылар 10 меңдән ашыу кешене һыйламаҡсы.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға