«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбулла районында алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.



01.06.2019 Хәйбулла районында алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде.

Һауынсы, шофер, механизатор, тирмәнсе, аграном һәм башҡалар - районды ғына түгел, республиканы, илде туйҙырыусы һөнәр булып һанала. Улар һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ. Бүләкләнеүселәр араһында 20 йәшлек Рәсүл Муртазин да бар. Ул үҙен хеҙмәт юлын башлау менән булдыҡлы, уңған ер хужаһы итеп күрһәтте.

Ауыл хужалығы алдынғыһы, быйылғы сәсеү ярышында беренсе урынды яулаусы мезанизатор Наиль Дәүләтшинға "Ялан батыры" тигән маҡтаулы исем бирелде. Хеҙмәт ветерандарына район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов Башҡортостандың 100 йыллығына арналған юбилей миҙалдарын тапшырҙы.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға