«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әйҙә остоҡ Австрияға самолетта!



30.05.2019 Әйҙә остоҡ Австрияға самолетта!

3 июндә Өфөнән Вена ҡалаһына тәүге авиарейс яһаласаҡ.

Utair авиакомпанияһы лайнерҙары кешеләрҙе дүшәмбе һәм йома көндәрендә ташыясаҡ. Өфөнән самолет иртәнге сәғәт 10 тула 15 минуттан тигәндә осоп китәсәк, Венанан иһә урындағы ваҡыт менән 1-се 5 минутта һауаға күтәреләсәк. Боинг-737 лайнерҙары бер юлы 126 кеше һыйҙыра ала.

Авиарейстарҙы яһауға сығымдар Өфө халыҡ-ара аэропортының килеме өлөшөнән алынасаҡ. Тура авиарейстар яһау программаһы үҙе 2021 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Өфөнән Венаға тиклем билет "Минимум" тарифында 5698 һумдан башлана, "Оптимум" - 6803 һум, "Премиум" - 7903 һум тора. Яңы линия тап Венаға һайланыуы юҡҡа түгел. Австрияның баш ҡалаһы донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе булып тора, унда музейҙар күп, концерттар булып тора. Вена - Европа үҙәге, уның аша Чехияға, Словакияға, Венгрияға барырға мөмкин. Регуляр авиабәйләнеш булдырыу Европа туристарын Башҡортостанға йәлеп итергә тейеш.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға