«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаларҙы төндә автобуста йөрөтөргә ярамай!



29.05.2019 Балаларҙы төндә автобуста йөрөтөргә ярамай!

Рәсәйҙә 2019 йылдың 1 июленән төнгө ваҡытта балаларҙы автобуста йөрөтөү тыйыласаҡ. Киске 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем балиғ булмағандарҙы ташырға ярамай.


Шулай уҡ водитель мотлаҡ медицина тикшереүе үтергә тейеш. Ә балалар автобусы ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS менән йыһазландырылған һәм лицензиялы булыуы мотлаҡ. Законды боҙған осраҡта, автобус кемдең исеменә теркәлгән, шул кеше 50 меңдән алып 400 мең һумға тиклем штрафҡа тарттырыласаҡ.

Бынан тыш, 2020 йылдан алып ҡулланыуҙа 10 йылдан артыҡ булған автобустар рейсҡа сыға алмаясаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға