«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡеүәтә, ҡеүәтә-ә, өфөләр байрам итә!



29.05.2019 Ҡеүәтә, ҡеүәтә-ә, өфөләр байрам итә!

Өфө үҙенең юбилейын билдәләргә йыйына. Байрам бюджеты күпмегә төшөр икән?

Беләһегеҙ, быйыл баш ҡалабыҙға – 445 йыл. Ул 12 июндә үткәрелә. Суммаһы билдәле шикелле. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, ә ни бары 1,5 миллион һум ғына.

Был аҡса сценарий яҙыусыға, режиссер-ҡуйыусыға, техник төркөмгә, алыу барыусыларға, тауыш режиссерҙарына, операторҙарға түләү өсөн тотоноласаҡ.

Дәүләт һатып алыуҙары сайтындағы документтарға ярашлы, байрам программаһы юғары худождестволы тематик театрлаштырылған тамашанан торорға тейеш. “Өфө – Беренсе Республиканың баш ҡалаһы” тип атала ул.

Байрамда мотлаҡ Башҡортостандың 100 йыллығы сағылдырыла.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға