«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яхъялар Шәжәрә байрамына рәхим итегеҙ!



29.05.2019 Яхъялар Шәжәрә байрамына рәхим итегеҙ!

Эльза БОРХАНОВА, Салауат районы Яхъя ауылынан сыҡҡандарҙың инициатив төркөмө етәксеһе хәбәр итә:

- 8 июндә беҙҙең ауылда тәүгә Шәжәрә байрамы үткәреләсәк. Уны Яхъя һәм Радио ауылдарында тыуып үҫкәндәр ойоштора. Барлығы 400-ҙән ашыу кеше Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең ҡала-райондарынан, илдең башҡа төбәктәренән киләсәк.

Шәжәрә байрамында тәүҙә изге Рамаҙан айы тамамланыуға арнап, Ҡөрьән ашы ашатыласаҡ. Унан һуң Көҙәй ырыуы тураһында лекция, бар араларҙың шәжәрәләрен күрһәтеү ҡаралған. Бер юлы революцияға тиклем С. Прокудин-Горский 1910 йылда һәм М. Круковский 1908 йылда төшөрөп алған фотоһүрәттәр менән танышыу мөмкин буласаҡ. Уларҙа Яхъя, Миңдеш, Ишембай ауылдары кешеләре, тирә-яҡ тәбиғәт һынландырылған.

Тамашасыларға Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡалаһының музей-бүлмәһе ойошторған башҡорт көнкүреше күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.

Биҙәүестәр эшләү, көршәк әүәләү, кейеҙ баҫыу, ҡурай-ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеү өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы булыр, тип күҙаллана.

Байрам төшкө сәғәт 3-тә башланасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға