«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала картуф һәм асыҡ тупраҡ культураларын сәсеү дауам итә



29.05.2019 Республикала картуф һәм асыҡ тупраҡ культураларын сәсеү дауам итә

БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге хәбәр итеүенсә, 28 майға ҡарата республикала 1,6 мең гектарҙа картуф, 721 гектарҙа йәшелсә асыҡ тупраҡҡа ултыртылған. Был планға ҡарата 65% һәм 61% тәшкил итә.

Йәшелсә культураларының иң эре баҡсалары Шишмә (184 га сәселгән) һәм Туймазы (115 га) райондарында урынлашҡан. Картуф буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ алда килә - уларҙа 387 һәм 265 гектар сәселгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Сайт Минсельхоза РБ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға