«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 23 миллионды сумкаһына һалып алып сыҡҡан



28.05.2019 23 миллионды сумкаһына һалып алып сыҡҡан


Хас та кинолағы кеүек…Аҙағы нимә менән бөтөр?

БР буйынса Эске эштәр министрлығы «Россельхозбанк» тың Салауат ҡалаһындағы филиалының өлкән кассиры Луиза Хәйруллинаға эҙләү иғлан итте. Ул кисә кассанан 23 миллион һум аҡсаны урлап, сумкаһында алып сыҡҡан һәм ғаиләһе менән ҡасҡан. Банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте бер нәмә лә һиҙмәгән.

Ғаилә 8, 11 йәшлек балалары менән «Рено Дастер» автомобилендә сығып киткән. Ҡатын социаль селтәрҙәге битләүҙәрен юйған.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: 02.мвд рф


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға