«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Журналистар урмансыларҙың эшен даими яҡтыртасаҡ



28.05.2019 Журналистар урмансыларҙың эшен даими яҡтыртасаҡ

БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов менән БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, яҡтар йәмәғәтселекте министрлыҡтың эшмәкәрлеге менән таныштырып барырға, экологик акцияларҙы, проекттарҙы даими яҡтыртырға , актуаль мәғлүмәттәр менән алмашырға тейеш.
Журналистар министрлыҡ үткәргән акцияларҙан ситтә ҡалғаны юҡ. Былтыр «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһында ҡатнашып, баш ҡаланың Урмансылар паркында Журналистар аллеяһы булдырылды. Быйыл ағас ултыртыу айлығында ҡәләм оҫталары Шишмә районында ағас үҫентеләре ултыртты.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Юлай Кәримов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға