«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибайҙа йыл башынан 300 бала тыуған!



28.05.2019 Сибайҙа йыл башынан 300 бала тыуған!

Сибай ҡалаһының ЗАГС-ында 2019 йыл башынан бирле тыуған сабыйҙарҙың 300-сөһөнөң ата-әсәһен ҡотланылар. Лилиә һәм Рауил Әҙеһәмовтарҙың ғаиләһендә малай тыуған. Уға Раян тип исем ҡушҡандар. Раяндың апайы ла бар, Радмилаға биш йәш.

- Беҙ ул көткәйнек һәм малай тыуырына шикләнмәнек. Балаларға исемде ҡатыным һайлай, уларҙың "Р" менән башланғанына мин риза, - тип белдерҙе атай кеше.

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Әҙеһәмовтарҙы ҡотланы һәм бүләк тапшырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға