«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауат күперен ябасаҡтар



28.05.2019 Салауат күперен ябасаҡтар

Бөгөн Салауат Юлаев баҡсаһындағы йәйәүлеләр күперен ремонтҡа ябасаҡтар. Төҙөкләндереү эштәре 10 июнгә тиклем барасаҡ, тип планлаштырыла.


Салауат Юлаев баҡсаһы - ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны. Бындағы йәйәүлеләр күперенең һәм беседкаларҙың архитектура - декоратив яҡтыртыу ҡоролмалары арҡаһында, аэропорт яҡлап ҡалаға ингәндә, Ағиҙел яры буйы бик матур булып күренә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: gorobzor.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға