«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында театр хеҙмәткәрҙәренең Һабантуй байрамы үтә"



28.05.2019 "Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында театр хеҙмәткәрҙәренең Һабантуй байрамы үтә"

тип хәбәр итте беҙгә Гөлнур Ҡыуатова.

- Унда республика театрҙарынан тыш "Туғанлыҡ " халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ҡунаҡтары ла ҡатнаша. Сәхнә биҙәге булған талантлы актерҙар бөгөн үҙҙәрен бөтөнләй икенсе яҡтан һынаясаҡ: программала ҡатыҡтан тәңкә эҙләү, тоҡ менән һуғышыу, етеҙлеккә уҙышыу, көршәк ватыу һәм башҡа уйындар ҡаралған. Ә төп бүләк - һарыҡ йола буйынса көрәштә еңеүсегә эләгә.

Һүрәттәрҙә: байрам сараһы легендар шәхес генерал Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға