«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мин башҡортса һөйләшәм" һәм мин башҡортса йырҙар тыңланым!



27.05.2019 "Мин башҡортса һөйләшәм" һәм мин башҡортса йырҙар тыңланым!

26 майҙа Өфөлә үтә шәп сара - «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале үтте.

Биш сәғәт дауамында Ҡунаҡһарай ҡаршыһындағы майҙанда башҡорт эстрадаһы вәкилдәре һәм йәш йырсылар тамашасыларҙы - 7 меңдән ашыу кешене үҙҙәренең ижады менән һөйөндөрҙө. Сараны "YUL" продюсерлыҡ ойошмаһы һәм башҡорт йәштәре энтузиастары ойошторҙо.

«Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале үҙенә "urban open-air"ы, йәғни ҡала опен-эйры стилендә башҡорт телендә йырлаған төрлө йүнәлешле башҡарыусылар тупланы. Быға тиклем бындай кимәлдәге концерттарҙың ойошторолғаны юҡ ине.

Фестивалде Фидан Ҡолмөхәмәтов, Алина Ғәлиева, Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы.
Сара башында Rena Rnt, Burelar һәм Наиль Bashstyle йырланы.
Ҡазандан K-Ru, Ильгиз Шәйхразиев һәм Malsi Music килгән ине.
Q-yan, S.Е.R., Каsл, ЙыртҠыS, Алтынай Вәлитов, Рузит, Милена Зарипова, IZI, "Ruzilä һәм башҡа Тәмлекәстәр", Тимур Ямалов, Алтынай Заһитова ла йырҙары менән ҡыуандырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға