«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өләсәһенең дарыуын ашаған



27.05.2019 Өләсәһенең дарыуын ашаған


Балалар бәләкәй булғанда дарыуҙарҙы уларҙың ҡулы етмәҫлек итеп йәшереп ҡуйырға ла бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефһеҙлек сараларын онотоп ебәрәбеҙ.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында өләсәһенең ҡан баҫымын төшөрә торған дарыуын ашап, ағыуланып, ике йәшлек малай вафат булған. Хәле насарайғас, « Тиҙ ярҙам» саҡырғандар. Әммә табиптар сабыйҙы ҡотҡара алмаған. Малай өләсәһе һәм әсәһе менән тәрбиәләнгән.
Был бәхетһеҙ осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты тикшереү алып бара.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға