«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кейемдәр йоҡара...



27.05.2019 Кейемдәр йоҡара...

Өшөнөгөҙмө? Хәҙер йылынырһығыҙ! Беҙгә йәй етә!

Синоптиктар фаразлауынса, көндәр тамам йылытҡансы, беҙгә ҡойма ямғырҙа күшегергә лә тура килер, бәлки. Еле менән йәшене лә янда ғына йөрөй.

Бөгөн урыны менән ямғыр, әсе генә ел булыуы ихтимал. Һауа температураһы 20 - 25 градус йылы.

Иртәгә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Йәшен дә ялт-йолт итәсәк. ел бер аҙ тыныр. Термометр ҙа кисәгесә күрһәтер.

Ә унан һуң, әгәр дөрөҫ фаразлаһалар, ысын йәй етә. 28 - 30 градус эҫелеккә әҙерһегеҙме?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға