«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғары ҡаттарҙан ҡолаусылар һаны һағайта



27.05.2019 Юғары ҡаттарҙан ҡолаусылар һаны һағайта

Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә үткән аҙнала урман янғыны теркәлмәүен хәбәр иттеләр. Уның ҡарауы башҡа бәлә-ҡаза ла урап үтмәй.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, 20 - 27 майғаса 70 юл-транспорт ваҡиғаһы (ДТП) теркәлгән. 79 кеше зыян күргән, 4 дүрт кеше һәләк булған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, 192 янғын сыҡҡан, өсәү һәләк булған.
Урман яныуын-янмаған, бер нисә районда унда инеү һаман сикләнеп тора.

Үткән аҙнала террор акты ҡылынасаҡ, тип һигеҙ хәбәр килгән, тикшереүҙәрҙән һуң, әйтелгән урындарҙа шартлатҡыс табылмаған.

Тағы бер хәйерһеҙ һигеҙ: тап ошо сама тапҡыр юғары ҡаттан ҡолағандар. Өсәүһендә балалар зыян күргән. Был тәңгәлдә өлкәндәргә йәнә берҙе ҡабатлағы килә: балағыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, тәҙрәне ныҡлап ябығыҙ. Бәләкәй бала ҡарайһығыҙ икән, донъяғыҙҙы онотоп йә кухняла йә телевизор төбөндә ултырмағыҙ!

Ике бала газ менән ағыуланыу осрағы ла теркәлгән. Балалар бәләгә тарыһа, бында өлкән кеше яуаплы.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға