«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинға биш миллиард самаһы кеше исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерелде



27.05.2019 Владимир Путинға биш миллиард самаһы кеше исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерелде

Бер нисә көн элек ил етәксеһе дәүләт наградалары тапшырғайны. Бер төркөм лайыҡлылар араһында Халыҡ-ара футбол ассоциациялары (ФИФА) президенты Джанни Инфантино ла бар ине. Уға Дуҫлыҡ ордены тағылды.

Ошо көндәрҙә Путин Инфантино әфәндене үҙендә ҡабул итте. Һүҙ башлыса футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү тураһында барҙы. Беләһегеҙ, ул ҙур спорт сараһы беҙҙә 2018 йылда гөрләп үтеп китте.

ФИФА башлығы юғары ойоштороу эштәре һәм шулай уҡ юғары кимәлдә уҙғарылғаны өсөн Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе.

“Был тарихта иң яҡшы чемпионат булды. Был минең генә һүҙҙәрем түгел, ә донъя шулай ти. Әле миңә Дуҫлыҡ орденын тапшырыу ҙа бик символик әһәмиәткә эйә. Сөнки донъя Рәсәй йөҙөндә дуҫын тапты. Был дуҫлыҡ ептәре бер ҡасан да өҙөлмәйәсәк. Бөтә футбол донъяһы исеменән, ә был әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 4 – 5 миллиард кеше, һеҙгә ҙур рәхмәтемде белдерәм”, - тине Джанни Инфантино.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға