«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күмертау ҡалаһы башлығы киткән



24.05.2019 Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

Ҡала мэры Борис Беляев был вазифала башҡа эшләмәйәсәк. Ул Күмертауҙы 2010 йылдан бирле етәкләне. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Беляев эшен республика хөкүмәтендә дауам итәсәк.

Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын етәксенең элекке урынбаҫары Олег Фролов башҡарып торасаҡ. 23 майҙа мэрияла вакант вазифаны биләү өсөн конкурстың тәүге этабы үтте.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға