«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде



24.05.2019 «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде

«Салауат Юлаев» командаһы йәнә бер легионер менән тулыланды.

Беҙгә «Йокерит» һәм Финляндия йыйылма командаһы һөжүмсеһе Сакари Маннинен (һүрәттә) киләсәк. 27 йәшлек уйынсы – Финляндия беренселеге чемпионы һәм призеры. Төп команда составында Олимпия уйындарында ҡатнашып, әлеге ваҡытта Словакияла донъя чемпионатында уйнай.

Шулай уҡ юлаевсылар Беларусь йыйылма командаһы һаҡсыһы Евгений Лисовец менән ике йылға килешеү төҙөнө. «Локомотив»тан Силәбе хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Владислав Картаев килде. Ул профессиональ карьераһын беҙҙең «Толпар» клубында башлағайны.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға