«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Экспортҡа ташыусыларға ярҙам



29.05.2019 Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров экспортҡа сығарылған тауарҙы ташыуға сығымдың бер өлөшөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан ҡаплауға ҡағылышлы республика Хөкүмәте ҡарарына ҡул ҡуйҙы.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған документҡа ярашлы, экспортерҙар продукция ташыу буйынса бер миллион һумға тиклемге сығымын ҡаплата ала. Тауарҙың пилот партияларын сит илгә ташыуға субсидияның күләме 500 мең һумға тиклем булыуы ихтимал.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренән ғаризалар ҡабул итә.





Автор: З. ХӘСӘНОВА.
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға