«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДИ-ға биш көн ҡалды



22.05.2019 БДИ-ға биш көн ҡалды

Республиканың 20 мең самаһы уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Иң популяр фәндәр – йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия.


Быйыл билеттар имтихан тапшырылған класта уҡ баҫылып, уҡыусыларға таратыласаҡ. 27 майҙа география һәм әҙәбиәттән башланып, төп һынауҙар — математика һәм рус теле 29 май һәм 3 июнгә билдәләнгән.

Быйыл математиканан база һәм профиль имтихандарҙың береһен генә бирергә мөмкин. Рус теле һәм математиканан 70 мәрәйҙән аҙыраҡ йыйғандарға “ҡыҙыл” аттестат” тапшырылмаясаҡ.

Һайлап алына торған сит телдәрҙән инглиз, француз, испан һәм немец булһа, быйыл исемлеккә ҡытай теле лә өҫтәлде.

Имтихандар 1 июлгә тиклем дауам итәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға