«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеше һөйәктәренә юлыҡҡан



21.05.2019 Кеше һөйәктәренә юлыҡҡан

Ер һөргәндә нимәләр генә табылмай: алтын киҫәктәре, Бөйөк Ватан һуғышы осоронан ҡалған снарядтар, боронғо әйберҙәр…
Илеш районының Иҫке Нәҙер ауылында берәү ер ҡаҙғанда кеше һөлдәһенең ҡалдыҡтарын тапҡан. Был хаҡта эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр иткән. Криминалистарға, судмедэксперттарға мәйеттең ҡасан ерләнеүен , был кешенең ниндәй сәбәптән вафат булыуын асыҡларға тура киләсәк.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға