«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Зөләйха күҙҙәрен аса" сериалы донъя күрәсәк



20.05.2019 "Зөләйха күҙҙәрен аса" сериалы донъя күрәсәк

Яҙыусы Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән “Зөләйха күҙҙәрен” аса” сериалының тизеры сыҡты.

Зөләйха ролен Сулпан Хамматова башҡара. Тизерҙа Себергә һөргөнгә китеүе, тайгала - ҡарурманда бала табыуы, геройҙарҙың үҙ-ара низағлы бәйләнеше сюжеттары урын алған.
Мини – сериал 8 сериянан тора, һәр береһе 52 минутлыҡ. Рәсәй – 1 каналына ҡасан сығыуы әлегә билдәле түгел.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры “Зөләйха күҙҙәрен аса” спектакле менән “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһына лайыҡ булды.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: news.yandex.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға