«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эшҡыуарҙар! Һеҙҙе Бизнес-ҡоролтай көтә!



20.05.2019 Эшҡыуарҙар! Һеҙҙе Бизнес-ҡоролтай көтә!

Әүҙем башҡорт эшҡыуарҙарын һәм үҙ эшен асырға теләгән рухлы милләттәштәребеҙҙе Бизнес-ҡоролтайҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Һеҙҙең өсөн эшҡыуарлыҡ донъяһында күптән үҙ урынын тапҡан билдәле шәхестәр стратегик сессиялар үткәрәсәк, эшлекле майҙансыҡтар, инвесторҙар менән осрашыуҙар буласаҡ. Бизнес-ҡоролтай 14 июндә үтәсәк.

Эшлекле форумдың маҡсаты – эшҡыуарлыҡты пропагандалау һәм уны үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, башҡорт эшҡыуарлығының республиканың иҡтисади үҫешенә бәйле күләмле мәсьәләләрен хәл итеүгә һәләтле булыуын күрһәтеү, мөмкин тиклем күберәк йүнселдәр йәлеп итеү, башҡорт йәмғиәтендә эшҡыуарлыҡтың ыңғай имджын формалаштырыу. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында бизнес-берләшмә булдырыу ҡаралған.

Форумдың положениеһы менән Ҡоролтайҙың рәсми сайтында “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Ҡатнашыу өсөн махсус сайтта теркәлергә һәм бизнес-проект тәҡдим итергә кәрәк:
https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdMZK5BJG9QX9dkQJcL9TXmD96FHv4fgEi8_h4hlJ2gAoI3cg/viewform





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға