«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аэропортта шартлатҡыс булғанмы?



20.05.2019 Аэропортта шартлатҡыс булғанмы?

Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә әйтеүҙәренсә, үткән ялдарҙа "Өфө" халыҡ-ара аэропортында шартлатҡыс һалыныу тураһында хәбәр тарала.

Йәкшәмбе урындағы ваҡыт менән 13:48 сәғәттә аэропорттың электрон адресына шартлатҡыс барлығы хаҡында хәбәр килә. Ике минуттан терминалдан пассажирҙарҙы эвакуациялау башлана. Тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, хәбәрҙең ялған булыуы асыҡлана. 14:45 сәғәттә халыҡ терминалға индерелә, һәр кем үҙ юлы менән китә.

Әйткәндәй, шул уҡ көндө Өфө - Мәскәү рейсы ла тотҡарлана. Sukhoi Superjet һауа транспортының идара итеү каналдарының береһендә боҙоҡлоҡ табыла. Пассажирҙарға биш сәғәт көтөргә тура килә. 58 кеше эҫе сәй, ризыҡ менән тәьмин ителгән.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, бер ниндәй шарттарҙа ла паникаға бирелмәгеҙ!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға