«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө янында Роспотребнадзор хеҙмәткәре үле килеш табылған



20.05.2019 Өфө янында Роспотребнадзор хеҙмәткәре үле килеш табылған

Ольга Сидорчева 2010 йылда бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһында эшләгән мәлендә 1 мең доллар ришүәт алып тотолғайны. Тик 100 мең һум (!) штраф менән ҡотолдо һәм бер ни ҙә булмағандай артабан хеҙмәт юлын дауам итте. Хатта Сидорчеваны үрләттеләр, тора-бара ҡатын бүлек начальнигы вазифаһын биләне.


Күптән түгел БР Хөкүмәтенең “Инвестсәғәт”ендә эшҡыуар Альберт Мөхәмәтйәров Сидорчеваға ялыу менән мөрәжәғәт итте. Роспотребнадзор хеҙмәткәренең эшҡыуарҙан ришүәт таптырыуы, әлбиттә, берәүгә лә оҡшаманы. Прокуратура был ялыу буйынса пландан тыш тикшереү уҙғарырға тейеш була. Ә Ольга Сидорчева нәҡ ошо осорҙа шәхси магазинын ябып өлгөрә.

18 май Сидорчева вазифаны бушатырға ҡушыуҙары хаҡында иренә әйтә. Ҡатын магазинға барам, тип өйҙән сығып китә. Һәм кире әйләнеп ҡайтмай — үле кәүҙәһе урманда табыла. Ул енәйәт эше ҡуҙғатылыуҙан ҡурҡып үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы, әллә хеҙмәт карьераһында яңы мутлыҡтар фаш ителеүҙәнме, быны тикшереү асыҡлаясаҡ.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға