«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәшлек»тең дежур телефоны үҙгәрҙе



18.05.2019 «Йәшлек»тең дежур телефоны үҙгәрҙе

Һуңғы өс аҙнала гәзитебеҙҙә баҫылған башватҡыстарға пароль ебәреүселәр СМС-хәбәр ебәрә алмай хитланды. Дежур телефоныбыҙ номеры сафтан сыҡты.

Шуға беҙ уны яңырттыҡ. “Йәшлек”тең дежур телефонын 8-965-941-15-32 тип үҙгәртеп яҙып ҡуйығыҙ. Сканворд-крос­сворд­тарға яуаптарҙы шул номерға ебәрегеҙ.

Гәзитебеҙҙең 19-сы һанында сыҡҡан сканвордҡа яуапты – “метеорит” һүҙен Октябрьскийҙан Миҙхәт Шәрипов, Йы­лайырҙан Венера Абдуллина, Әминә Лоҡ­манова, Кәбир Абдуллин, Күгәрсендән Венера Шәйәхмәтова, Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтар, Баймаҡтан Марат Ғәйетбаев, Әлшәйҙән Фәниә Ғәлимова, Фәнүрә Абдуллина, Учалынан Әлфиә Суфиянова, Әбйә­лилдән Фәнүзә Вәлишина, Рита Шәйҙуллина, Ейәнсуранан Сәлим Юлдашбаев, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Өфөнән Алина Ғәлимова ебәргән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға