«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡәҙерле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!



20.05.2019 Ҡәҙерле уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!

Һөйөнсө! 16 майҙан 26-һына тиклем 2019 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Был акция барышында «Йән­шишмә» балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһына ла арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып була. Әйҙәгеҙ, мөмкин­лектән файҙаланып ҡа­лайыҡ.

Изге Рамаҙан айында балаларға рухи аҙыҡ – гәзиткә подписка бүләк итһәгеҙ, үҙегеҙгә мең сауап алырһығыҙ. Туғандарығыҙға, тыуған ауылығыҙ мәктәбенә, китапханаларға яҙҙырған милли баҫмабыҙҙы тиҫтәләгән, йөҙәрләгән кеше уҡып ҡыуаныр һәм үҙегеҙгә рәхмәттәр яуҙырыр.
«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 434 һум 28 тин.

Подписка аҙағында «Йәншишмә»гә яҙылыусы­лар араһында отош уйыны ла үткә­реләсәк. Бына ошондай бүләктәр көтә һеҙҙе. Кемгә бәхет йылмайыр икән? Тиҙ арала гәзиткә яҙылыу квитан­цияғыҙҙың күсермәһен «Йәншишмә» гәзите редакцияһына ебәрегеҙ.





Автор: Т. Аманов
Фото: Юлай КӘРИМОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға