«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура ҡоротон Хәлиҙә Хөсәйенова (Аҡсурина) отто!



17.05.2019 Ейәнсура ҡоротон Хәлиҙә Хөсәйенова (Аҡсурина) отто!

Хөрмәтле дуҫтар!

"Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә хеҙмәттәшебеҙ, журналист Гөлнур Ҡыуатованың әсәһе Гөлшат апай әҙерләгән тәмлекәс - ҡыр сейәһе япрағы, ҡаймаҡ һыуы, һары май һалып әҙерләнгән, экологик яҡтан таҙа һәм шифалы ҡоротто уйнатыу конкурсын йомғаҡланыҡ.

Осраҡлы һан генераторлы махсус сайт аша еңеүсе - Хәлиҙә Хөсәйенова (Аҡсурина) билдәләнде!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға