«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин йәш белгестәргә йүнәлтмә хәстәрләй



17.05.2019 Владимир Путин йәш белгестәргә йүнәлтмә хәстәрләй

Сочиҙа үткән Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының медиафорумында Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлеген тамамлаған йәш белгестәргә эшкә йүнәлтмә биреүҙе тергеҙеү мөмкинлеге хаҡында уйлаясағын белдерҙе.

Белдереү генә түгел, ә вәғәҙә бирҙе. Хөкүмәт ағзалары менән бергә уйлаясаҡтар. Бер ҡараһаң, йүнәлтмә биреүҙе тергеҙеү ҡатмарлы эш тә түгел. Эш биреүселәр, урындағы етәкселек менән берлектә тырышлыҡ һалырға ғына кәрәк кеүек. Совет осоронда кадрҙар мәсьәләһенә етди иғтибар биргәс, кисәге студент, диплом алыу менән тәғәйен ергә эшкә киткән. Билдәләнгән мөҙҙәткә шунда ҡалған. Күптәре кире китмәгән. Киткәндәре урынына ла яңы белгестәр килеп торған.

ОНФ-тың Үҙәк штабы рәйестәше, билдәле табип Леонид Рошаль фекеренсә, әгәр беҙҙә йүнәлтмә системаһы бынан биш йыл элек тергеҙелһә, илдә ауылға табиптар етешмәү проблемаһы хәл ителер ине.

Владимир Путин белдереүенсә, төбәк етәкселеге йүнәлтмә буйынса эшкә килеүселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе мотлаҡ хәстәрләргә тейеш.

Әйткәндәй, былтыр РФ Дәүләт Думаһына йүнәлтмә системаһы буйынса закон проекты ла индерелгән. Документта, бюджет бүлеген тамамлаусылар дәүләт учреждениеларында күпме йыл уҡыған, шунса эшләргә тейеш, тип яҙылған. Был проектты Конституцияға тап килмәү сәбәпле, ҡабаттан эшләргә ебәрелгән.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға