«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Талпандар әүҙемләшкән осор



16.05.2019 Талпандар әүҙемләшкән осор


Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә 1250 кеше тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Уҙған йылда был осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр һаны 745 кеше булған. Ә төпкөл райондарҙа йәшәп, был ҡан эскес бөжәкте тикшертергә алып бармаусылар тағы ла күберәк. Әгәр ҙә урман ҡунағы тәнегеҙгә ҡаҙалып ҡалған икән, уны мотлаҡ тикшертергә ебәрегеҙ. Ҡанға вирус эләккән осраҡта беренсе аҙнала быуындар, күҙ, ҡолаҡ ауыртырға мөмкин. Икенсе аҙнала температура күтәрелә, муйын, бил, аяҡтар ойой, ҡоҫтора. Вирус үҙәк нервы системаһын зарарлай. Ваҡытында табипҡа бармаһағыҙ, ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуығыҙ ҙа ихтимал.
Урманда йөрөгәндә үҙебеҙгә иғтибарлы булайыҡ!





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға