«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Электрошокерлы дрон - парализатор — яңы ҡорал?



16.05.2019 Электрошокерлы дрон - парализатор — яңы ҡорал?

Рәсәй полицияһы өсөн электрошокерлы һәм күҙҙе сағылдырған лазерлы дрон-парализатор уйлап табылған.


Ауырлығы бер килограмдан саҡ ҡына ашыуыраҡ беспилотник электрошокерҙы йөрөтә. Ул кешене ваҡытлыса һуҡырайта торған светодиодлы йәки лазерлы яйланма менән дә йыһазландырылған.

Дрон бина эсендә террорсы йәки енәйәтсене тәҙрә форточкаһы аша инеп зарарһыҙландыра ала. Оператор видеояҙманы күҙәтеп, дистанцион рәүештә идара итә. Беспилотникка тауыш динамиктары, сирена һәм тепловизор ҡуйырға мөмкин. Ҡорал ҡала, асыҡ һәм таулы ерҙәрҙә лә һыналған.

Бындай дрон тыйылған зоналарҙы контролдә тотоу өсөн ҡулланыласаҡ. Беспилотник менән ошо арала “РФ хоҡуҡ һаҡлау органдарының алдынғы технологиялары” күргәҙмәһендә таныштырасаҡтар. Уны июндә уҙасаҡ “Армия – 2019” V Халыҡ-ара хәрби-техник форумында ла күрергә буласаҡ.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға