«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Диниә назаратында - яңы совет



16.05.2019 Диниә назаратында - яңы совет

Башҡортостан Диниә назараты ҡарамағында Ҡатын-ҡыҙҙар советы асыласаҡ. Йәмғиәт ойошмаһы төрлө формаль һәм формаль булмаған төркөмдәр араһында һөйләшеүҙәр алып барыу, мосолмандарҙың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн ижтимағи проекттар уйлап табыу өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Уның составына танылған дини эшмәкәрҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре, әүҙем социаль эшмәкәрлек алып барған мөслимәләр инәсәк.






Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: dumrb.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға