«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырау ҡасан төшөрөн фаразланылар



16.05.2019 Ҡырау ҡасан төшөрөн фаразланылар

Күрәһегеҙ: тәбиғәт беҙгә көн һайын сюрприз әҙерләй. Бер нисә көн элек кенә сисендергәйне, бөгөн яңынан яҙғы кейемдәрҙе кейҙек, ә бер-ике көндән...

Синоптиктар фаразлауынса, йомала урыны менән ямғыр, йәшен, борсаҡ яуыуы ихтимал. Температура +12-нән дә өҫкә менмәҫ, моғайын.

Шәмбелә, 18 майҙа иһә, көндөҙ ямғырҙар дауам итә, ә төндә ҡырау төшәсәк. Уныһы урыны менән. Урыны беҙҙә инде ул, тип шаяртырға яраталар. Баҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға