«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльбрусҡа ирек бирһәң бар Ер шарын һөйрәтер!



16.05.2019 Эльбрусҡа ирек бирһәң бар Ер шарын һөйрәтер!

Бөгөн Өфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһенең төбәк операторҙары халыҡ-ара съезға йыйылды. Сара мәлендә башҡорт бәһлеүәне, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин оло рекорд ҡуйҙы.

Эльбрус Хәмит улы махсус терәккә ултырып, арҡан менән мультилифт кузовлы МАЗ-6312С9 йөк машинаһын һөйрәтте. Уның тулы ауырлығы 16 тонна тәшкил итә.

Әйткәндәй, былтыр Түбәнге Новгородта ошондай сарала Эльбрус Ниғмәтуллин 15 тонналыҡ машинаны урынынан ҡуҙғатты.

Оййоштороусылар белдереүенсә, был акция сүп-сар өлкәһендәге үҙгәрештәрҙе индереү ҙур көс талап итә икәнен күрһәтә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға