«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә "ГАЗель" менән автобустар аварияға осраған



16.05.2019 Өфөлә "ГАЗель" менән автобустар аварияға осраған

Бөгөн иртәнсәк Өфөнөң Октябрь проспектында йәмәғәт транспорты ҡатнашлығында авария булған.

Иртәнге сәғәт 8 тирәһендә "Ҡурсаҡ театры" туҡталышы янында "ГАЗель" йөк машинаһы 233-сө маршрутта хәрәкәт иткән "Форд-Транзит"ҡа бәрелгән. Уныһы, үҙ сиратта, 51-се маршрут "НеФАЗ"ына төкөгән. "ГАЗель" һул яҡҡа түңкәрелгән, аҙаҡтан уның водителе - 28 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған. "Форд"тың биш пассажирына ла медицина ярҙамы кәрәккән.

Авария һөҙөмтәһендә Октябрь проспектында күп саҡрымлы юл тығыны барлыҡҡа килде.






Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға