«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 80 килограмлыҡ бәлеште ашарға барабыҙмы?



15.05.2019 80 килограмлыҡ бәлеште ашарға барабыҙмы?

«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһына - 10 йыл. Юбилей. Тимәк, байрам буласаҡ.

Өфөгә Рәсәйҙең татар милли-мәҙәни автономиялары булған 40-тан ашыу ҡалаһынан вәкилдәр килеүе көтөлә. Байрам сараларының тантаналы өлөшө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа.

16 майҙа ҡунаҡтарҙы ҡала һәм республиканың Милли музейы менән таныштырыу ҡаралған. Салауат Юлаев һәм Ғабдулла Туҡай һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу күҙаллана.

Ҡунаҡтар Бүздәк районына һәм «Бәлешфест» милли аш-һыу фестиваленә бара. Бында төрлө халыҡтың ризыҡтары тәҡдим ителә, оҫталыҡ дәрестәре һәм байрам концерты була. Был юлы 80 килограмм ауырлыҡтағы ҙур татлы бәлеш бешерергә уйлайҙар.

Фестиваль дүртенсе йыл үткәрелә, элек ул «Бүздәк бәлеше» тип атала ине. Хәҙер инде сара йолаға әүерелгән. 2018 йылда «Бәлешфест» Президент гранттары фондынан федераль грант алды.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға