«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 90-сы йылдарҙа байыған бизнесмендар милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итерме?



15.05.2019 90-сы йылдарҙа байыған бизнесмендар милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итерме?

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты (СКР) рәйесе Александр Бастрыкин Санкт-Петербург дәүләт университетының юридик факультетында үткән Х Халыҡ-ара йәштәр юридик форумында сығыш яһағанда ошо уйы менән бүлеште.

"1990 йылдан һуңғы ваҡытта кешеләр нилектән байығанын тикшереү бик ҡатмарлы булып тора. Ошо фонда хоҡуҡи алымдар менән беҙҙең оло һәм уртаса бизнесты милли проекттарҙы үтәтергә ҡушыу ваҡыты етте", - тип белдерҙе пленар ултырышта Бастрыкин әфәнде. Әлегә бындай закон юҡ, ләкин сығыш яһаусы парламент урынында уны ҡабул итер инем тине.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың май айында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылға тиклем илебеҙҙең үҫеше тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был документ нигеҙендә хөкүмәт "Демография", "Һаулыҡ һаҡлау", "Мәғариф", "Фән" кеүек 13 милли проект булдырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Коммерсант"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға