«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемдер, ямғыр юҡ, тип зарлана ине, бына ул - яуым-төшөм!



14.05.2019 Кемдер, ямғыр юҡ, тип зарлана ине, бына ул - яуым-төшөм!

Учалыла бер сәғәттәй ҡойоп ямғыр яуа.

Йәшен йәшнәй, күк күкрәй. Төш мәлендә генә көн аяҙ ине, һауа температураһы 25 градус булһа, әле термометр 21 градусты күрһәтә. Әйткәндәй, ошо арала көндәр бер аҙ һыуытасаҡ.

Кемдер, ямғыр юҡ, тип зарлана ине, бына ул - зарығып көткән яуым-төшөм!

Июнь - ғәҙәттәгенән эҫерәк, июль ямғырлы буласаҡ, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Тик был прогноздың теүәллеге 70 процент ҡына шул. Августа, бесән мәлендә, көндәр ҡоро торһа булған.





Автор: Б.Ҡаһарманова
Фото: Авторҙың фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға