«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Цифра"ға күсмәй торабыҙ



14.05.2019 "Цифра"ға күсмәй торабыҙ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 3 июндән башлап Башҡортостан тулыһынса цифралы телевидениеға күсергә тейеш ине. Был дата үҙгәрҙе, аналоглы ТВ көҙгөһөн генә һүндереләсәк.

Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы яңы график төҙөнө. Алтай, Башҡортостан, Дағстан, Ингушетия, Карелия, Ҡырым һәм Севастополь халҡы "цифра"ны 14 октябрҙән ҡарай башлаясаҡ.

Әйткәндәй, Роскомнадзор башлығы Александр Жаров республиканың цифралы ТВ-ға күсеү әҙерлеген юғары баһаланы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға