«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин Ҡазандан Сочиға, Ван И янына, осто



14.05.2019 Владимир Путин Ҡазандан Сочиға, Ван И янына, осто

Беҙҙең Президент ил төбәктәре араһында бер туҡтауһыҙ тиерлек йөрөп тора. Кисә көндөҙ Ҡазанда оборонаны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәргәйне, кискә Сочиҙа Ҡытайҙың сит ил эштәре министры Ван И менән осрашты.

Бочаров Ручей резиденцияһында үткән осрашыуҙа ике дәүләттең төрлө эш-хәле тикшерелде. Ҡытайҙар ҙур етәкселәре менән тотош делегация булып килгәйне. Владимир Путиндан алда ошо уҡ министр менән беҙҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров осрашты.

Һәр аралашыуҙа ла дуҫлыҡ хаҡында телгә алдынды. Владимир Владимирович билдәләүенсә, Ван И беҙҙең Лавров менән дуҫ. Уларҙың әңгәмәһе бик йөкмәткеле булған.

Путин бер ыңғай үҙенең дуҫы - Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәйесе Си Цзиньпинға сәләм күндерҙе. Пекинда үткән "Бер һыҙат - бер юл" халыҡ-ара конференцияһында йылы ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Әле Ҡытай менән Евразия иҡтисади берлеге араһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Ә беҙҙең менән иһә мөнәсәбәттәр ҙә, хеҙмәттәшлек тә бик яҡшы үҫә. Быйыл Ҡытай башлығы үҙе лә беҙгә килеп китәсәк.

Ван И әфәнде лә, үҙ сиратында, Владимир Путинға Си Цзиньпиндан сәләм еткерҙе. Цзиньпин үрҙә телгә алған форумда осрашыуҙың һөҙөмтәле булыуын белдергән.

Алда - тағы ла осрашыуҙар. Ван И бының буйынса өс өмөтө барлығын әйтте. Беренсеһе - ике ил етәксеһенең сираттағы осрашыуы 70 йыллыҡ хеҙмәттәшлекте яңы киңлеккә һәм бейеклеккә күтәреүгә юл асасаҡ, икенсеһе - бөтә донъяға аралағы ышаныстың ныҡлығын күрһәтәсәк. Өсөнсөһө - ике лидер етәкселеге менән барлыҡ йүнәлештәге хеҙмәттәшлек үҫеп, халыҡтарыбыҙ өсөн ысын файҙа килтерәсәк.

Ҡыҫҡаһы, беҙ Ҡытай менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙең ҡоролоуына 70 йыл тулыуҙы киң билдәләйәсәкбеҙ.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға