«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айгиз Ҡаҙағстанды яуланы!



13.05.2019 Айгиз Ҡаҙағстанды яуланы!

Ҡаҙағстанда яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе. "Ертегісіз өткен балалық" ("Әкиәтһеҙ бала саҡ") исемле китап "Самга" нәшриәтендә 2000 дана менән баҫылып сыҡты.

Повесты ҡаҙаҡ теленә шағир, Ҡаҙағстандың "Серпер" йәштәр премияһы лауреаты, "Молдер булак" журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер тәржемә иткән. Был – Айгиздең Ҡаҙағстанда донъя күргән өсөнсө китабы.
"Тастамашы, ана!" ("Ҡалдырма, әсәй!") китабы Ҡаҙағстанда бестселлер тип танылды. Күкшетау ҡалаһында яңы Йәштәр театры Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса спектакль менән асылды.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға