«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйҙө йыуҙығыҙмы әле?



13.05.2019 Өйҙө йыуҙығыҙмы әле?

Көндәр йылытыу менән, ғәҙәттә, өй йыуыу йолаһы башҡырыла. Яҙын йорт-ҡураны йыйыштырып, таҙартып ҡуйыу тәрән психологик мәғәнәгә эйә. Ысынында, өй туҙандан ғына түгел, кеше күңелендәге барлыҡ насар кисерештәрҙән арына. Йола күмәкләп башҡарылһа, кешеләр аралаша, хәтирәләре менән бүлешә, эсен бушата. Тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡарған был йолала ниндәй генә ҡыҙыҡ хәлдәр булмай! Өҫтәлгә ултырғыс ҡуйып түбәне, бүрәнә стенаны ышҡып хәлдән тайып, һуңынан мунса төшөп сығыуың үҙе ни тора!


Бала саҡтағы өй йыуыуҙың тәме һаман да иҫтә. Үкенескә күрә, был йола онотолоп бара инде. Ауыл өйҙәрендә тарттырылған йәки аҫылмалы түшәм, пластик тәҙрә, обойлы стеналар хәҙер, күршеләр йәки туғандар ҙа бер-береһенә йөрөшмәй.

Ә бәлки һеҙҙең яҡтарҙа өй йыуыу йолаһы әле лә йәшәйҙер? Нисек итеп башҡараһығыҙ был изге эште? Һеҙҙән комментарийҙар көтәбеҙ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға