«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белгестәр урам соҡорҙарын тикшерергә сыға



13.05.2019 Белгестәр урам соҡорҙарын тикшерергә сыға

Ишеткәнһегеҙҙер, беҙҙә юлдағы соҡорҙарҙан ҡотолоу өсөн махсус интерактив карта булдырылды. Кешегә соҡорҙо фотоға төшөрөп, кәрәк ергә ебәреү уңайлы булһын өсөн "Юл эксперты" телефон ҡушымтаһы эшләнде. Һеҙҙә соҡор ҡалмағандыр ул?

Республика Хөкүмәтенең сираттағы оперативкаһында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яуаплы етәкселеккә, белгестәргә, йәмәғәтселәргә юлдарға сығып, соҡор табып, телефон ҡушымтаһына төшөрөп, уның нисек эшләгәнен тикшерергә ҡушты.

Соҡор-саҡырҙы ремонтлау бара. Ә кеше әлегә ҡәнәғәт түгел. Әлбиттә, ҡәнәғәт түгел, беҙҙә соҡорҙар бөтөрлөкмө ни?!
"Юл эксперты" ("Дорожный эксперт") ҡушымтаһы булыуы һәйбәт ул барыбер. Юл ремонтлаусыларҙың, етәкселәрҙең барыһын да күрмәүе мөмкин, ә халыҡтың күҙе үткер. Кеше күрһәтмәһә, ул соҡорҙарҙы ғүмерҙә табалмаҫтар. Бәләкәй урамда, ихатала түрә йөрөймө?

Ә һеҙҙең юлда, йәмәғәт, соҡор осраймы? Ҡушымтаны үҙегеҙ тикшереп ҡарағыҙ, эшләйме икән? Ошо арала мин дә бер тиҫтәләп соҡор фотоһын һалмаҡсымын. Юҡһа, береһе лә күрмәй...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға