«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Композиторҙарҙы бәйгелә көтәбеҙ



13.05.2019 Композиторҙарҙы бәйгелә көтәбеҙ

17 майҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте мәҙәниәт бүлеге балалар сәнғәт мәктәбе менән берлектә Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсы ойоштора. Был бәйге ике йылға бер тапҡыр даими үткәрелә. Ул популяр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы Юлай Хәким улының исемен мәңгеләштереү, яңы таланттарҙы асыу һәм күтәреү, республиканың ҡала-райондары араһында ижади дуҫлыҡ булдырыу, йырсыларҙың, сәнғәт коллективтарының репертуарын байытыу маҡсатын ҡуя.

Конкурста 18 йәштән өлкән композиторҙар ике номинацияла – инструменталь һәм вокал жанрында ҡатнаша ала. Бының өсөн уларға sibay.compozitor@mail.ru электрон адресына ғариза ебәрергә һәм төрлө характерҙағы ике әҫәр йә йыр әҙерләргә кәрәк. Улар автор йә йырсылар (ан­самблдәр) тарафынан баш­ҡарылырға тейеш. Бәй­ге­се­ләрҙе абруйлы сәнғәт әһел­дәренән һәм йәмәғәт эшмә­кәрҙәренән торған жюри ағ­залары баһалаясаҡ. Еңеү­селәр икешәр 1, 2 һәм 3-сө урын, гран-при менән билдәләнәсәк. Шулай уҡ төрлө номинациялар, махсус приз­дар ҙа ҡаралған.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт “Бәйләнештә” сел­тәренең махсус битендә (https://vk.com/konkursmuratov) бирелгән.





Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға